МЫРАУЛАУСЫ ДУҪТАРЫБЫҘ — 28 августа 2026 г. в 14:04:21.140
МЫРАУЛАУСЫ ДУҪТАРЫБЫҘ Бесәй элек-электән кешенең янында йәшәгән: сысҡан тотҡан, башҡа ваҡ кимереүселәрҙән йорт-ҡураны һаҡлаған. Шулай уҡ ул өйҙә тыныслыҡ билгеһе булған: эргәлә бесәй мырылдай икән, тимәк, күңел дә тыныс! Бесәйҙәр тураһында ҡыҙыҡлы факттар: - Бесәйҙәр кешегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ ишетә. Сысҡан йөрөүен, ниҙер ҡыштырлауын шунда уҡ тоя! Ҡолаҡтары тауыш сыҡҡан яҡҡа борола. - Бесәйҙәрҙең тәпәйҙәре йомшаҡ ҡына, әммә уның эсендә осло тырнаҡтар йәшеренгән. Тырнаҡтар ярҙамында улар үҙҙәрен һаҡлай һәм ағасҡа үрмәләй. - Бесәйҙең мыйыҡтары матурлыҡ өсөн генә түгел. Тап мыйыҡ ярҙамында бесәй тирә-яҡты һиҙә, хатта ҡараңғыла ла мыйыҡтары барыһын тоя. - Бесәйҙәр йоҡларға ярата. Көнөнә 16 сәғәт йоҡлай алалар! - Бесәй мырылдағанда: «Миңә рәхәт», «Мин һине яратам», йә «Мине тағы ла һыйпа!» – тип әйтә икән. ❗Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/bilar%20kizikli/2026-08-26/myraulausy-du-taryby-4793339 Рита ХӘСӘНОВА әҙерләне. Рәссам Лариса ФРОЛОВА.

