1 стакан һөт эскәндең беләгенә көс ҡуныр! — 29 августа 2026 г. в 12:39:31.327
1 стакан һөт эскәндең беләгенә көс ҡуныр! Бөгөн "Һөт иле" фестивалендә ҡатнашыусыларға 1 стакан һөт тәҡдим ителде.🥛 Балаларға һөт эсеү айырыуса файҙалы. Мәҫәлән: Һөт теш һәм һөйәктәрҙе нығыта, ул кальций менән фосфорға бай. Шулай уҡ һөт аҡһымы - "кирбес" кеүек, үҫкән организм өсөн ул бигерәк мөһим. Һөт нервы системаһы өсөн дә файҙалы. Бында "В" төркөмлө витаминдар күп, улар аҙыҡты энергияға әйләндерергә ярҙам итә. "D" витамины. Баланың организмына был витамин кальцийҙы үҙләштерергә ярҙам итә, иммунитетты нығыта. Һөт бик туҡлыҡлы ла! Һөт аҡһымын организм оҙаҡ эшкәртә - шуға күрә бала үҙен туҡ тоя. Ә һеҙ бөгөн "Һөт иле" фестиваленә барҙығыҙмы? Фотолар: Юлай Кәримовтан.

