Радио көнө менән, дуҫтар!📻 — 7 мая 2026 г. в 10:21:59.194
Радио көнө менән, дуҫтар!📻 Ә һеҙ белә инегеҙме? Бөгөн, 7 май, Рәсәйҙә радио көнө билдәләнә! 1895 йылдың тап ошо көнөндә ғалим Александр Попов беренсе радионы күрһәтә! Шул ваҡыттан алып тылсымлы радиотулҡындар бөтә донъя буйлап сәйәхәт итә һәм беҙгә шәп йырҙар, яңылыҡтар, шиғыр-әкиәттәр алып килә! 🎶Радиотулҡындар бөтә Ер шарын секунд эсендә урап сыға! 🎶Тәүге радиограмма ике һүҙҙән торган: «Генрих Герц», һәм ул 250 метр араға ебәрелгән! 🎶Wi‑Fi һәм Bluetooth радио кеүек үк эшләй - тик уларҙың йышлыҡтары башҡараҡ. 🌺Радиола эшләүселәрҙе һәм радио тыңларға яратыусыларҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр көнөбөҙ яҡшы яңылыҡтарға, матур көй-моңдарға бай булһын! Сайтта уҡығыҙ - https://akbuzat-rb.ru/news/bilar%20kizikli/2026-05-07/radio-k-n-men-n-du-tar-4678232

