Күҙәмбәттә урынлашҡан "Ағиҙел" тәрбиә-һауыҡтырыу лагерында кисә 1-се сменаны тантаналы ... — 9 июня 2026 г. в 13:45:02.193
Күҙәмбәттә урынлашҡан "Ағиҙел" тәрбиә-һауыҡтырыу лагерында кисә 1-се сменаны тантаналы асыу сараһы үтте. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева, лагерь начальнигы Илшат Ҡулбирҙин балаларҙы тәбрикләп, күңелле, файҙалы ял теләне. Отряд командирҙары рапорт биреп, үҙҙәренең исем, девиз, йырҙары менән таныштырҙы. Сараның икенсе өлөшөндә район мәҙәниәт һарайы артистары дәртле концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Балалар ҙа үҙ һәләттәрен күрһәтте: Уралина, Йәсмин Иҫәнбаевалар, Наҙгөл Төхвәтуллина һәм Самира Диметовалар "Сая Гөлсирә" бейеүен, Элина Шәрипова хип-хоп, Розалина Аҙанғолова менән Айгүзәл Хәмитова "Бөрйән ҡыҙҙары" , Гөлнәзирә Хәйруллина менән Әлфиә Хәкимова "Әбйәлил ҡыҙҙары" бейеүҙәрен, Сабина Хафизова ҡумыҙҙа төрлө көйҙәр башҡарҙы. Ямғырҙың йыш яуып, көндөң һалҡынайып тороуына ҡарамаҫтан балаларҙың кәйефтәре шәп. Өфө, Саҡмағош, Баймаҡ, Белорет, Әбйәлил райондарынан килгән балалар ҙа йәйге каникулдарын Бөрйәндә уҙғарыуҙарына ҡыуана. Каникулдарығыҙ имен, күңелле үтһен, балалар! Сығанаҡ: https://vk.ru/wall-13580677_142304

