Муниципаль район биләмәһендәге юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ремонтлау эштәре дауам итә. Әб... — 28 августа 2026 г. в 14:25:17.319
Муниципаль район биләмәһендәге юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ремонтлау эштәре дауам итә. Әбйәлил юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығының Бөрйән районы участкаһы Ҡағы - Иҫке Собханғол автомобиль юлының 1,5 км оҙонлогондағы участкаһында асфальт һалыу эшен тамамланы. Асфальт эше бөткәс тә тиҙ арала юл ситенә онталған таш һалып, тигеҙләп ҡуйҙылар. Яңыртып асфальт һалыу эшендә 12 берәмек КамАЗ, ике берәмек каток, һәм 1 асфальт һалыусы техника йәлеп ителде. Был юл участогы иң насарҙарынан һанала ине. Хәҙер юл тигеҙ һәм хәүефһеҙ. Юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығының Бөрйән участкаһы хеҙмәткәрҙәренә башҡарған эштәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Продолжаются работы по ремонту и содержанию автодорог на территории муниципального района. Силами работников Бурзянского участка Абзелиловского ДРСУ успешно заасфальтирован участок автодороги Кага — Старосубхангулово протяженностью 1,5 км. Также на объекте укрепили обочины. В ходе работ была задействована дорожная техника: 12 автомобилей КамАЗ, 2 катка и 1 асфальтоукладчик. Ранее этот отрезок дороги входил в число наиболее проблемных. Теперь проезд стал комфортным и безопасным. Выражаю огромную благодарность всему коллективу Бурзянского участка ДРСУ за проделанную работу.

