Район биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса профилактик рейдтар даими үткәрелә. Әммә ... — 29 августа 2026 г. в 06:33:30.760
Район биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса профилактик рейдтар даими үткәрелә. Әммә хәүефһеҙлек өсөн шулай уҡ һәр кем үҙе лә яуаплы, иғтибарлы булырға тейеш. Хөрмәтле райондаштар, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, бигерәк тә әлеге ғәҙәттән тыш янғын хәүефе янаған осорҙа. - Өйҙәргә янғын иҫкәрткестәр алып ҡуйығыҙ - ул өйҙә төтөн сыҡһа, һеҙҙе ваҡытында иҫкәртәсәк. - Селтәргә тоташтырылған йылытҡыстарҙы, плитәне, үтекте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. - Бер үк ваҡытта электр селтәренә бер нисә ҡеүәтле электр приборын ҡуйыу янғынға сәбәпсе булырға мөмкин. - Боҙоҡ розеткаларҙы, башҡа электр ҡоролмаларын ҡулланмағыҙ. - Өйҙә, түшәктә тәмәке тартмағыҙ. Һүндерелмәгән тәмәке - янғындарҙың иң йыш осраған сәбәптәренең береһе. - Балаларҙың ут менән шаярыуы һөҙөмтәһендә янғын сығыу хәүефе бар. Шырпы һәм ут ҡабыҙғыстарҙы балаларҙың буйы етмәҫлек ергә ҡуйығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Янғын йә ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта, 112 телефонына шылтыратығыҙ! На территории района регулярно проводятся профилактические рейды по пожарной безопасности. Но безопасность также начинается с каждого жителя, с его внимания и ответственности. Уважаемые жители района! Соблюдайте правила безопасности, особенно в период чрезвычайной пожароопасности. - Установите пожарный извещатель — он вовремя разбудит вас, если в доме начнётся задымление. - Не оставляйте без присмотра включённые электроприборы, особенно обогреватели, плиты и зарядные устройства. - Следите за состоянием проводки — не перегружайте розетки и не используйте повреждённые удлинители. - Не курите в постели — непотушенная сигарета одна из самых частых причин смертельных пожаров. - Храните спички и зажигалки в местах, недоступных для детей. Берегите себя и своих близких! При пожаре немедленно звоните по номеру 112.

