Иҫке Собханғол мәктәбенең йәйге лагерҙа ял иткән уҡыусылар башҡорт халыҡ ижады белгесе,... — 16 июня 2026 г. в 05:59:50.352
Иҫке Собханғол мәктәбенең йәйге лагерҙа ял иткән уҡыусылар башҡорт халыҡ ижады белгесе, ғалим фольклорсы, филология фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитовтың музейына барҙылар. Музейҙың һәр бүлеге, һәр экспонат, экскурсия ойоштороусыларҙың мауыҡтырғыс сығыштары уҡыусыларҙың күңелендә тәрән эҙ ҡалдырасаҡ. Музей фондында 400‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, М.М.Сәғитовтың шәхси әйберҙәре, документтары, фотоматериалдары, мәҡәләләре, ҡулъяҙмалары, диссертация эшенең планы, ул ҡатнашҡан фольклор экспедициялары, халыҡ‑ара конференциялар, симпозиумдар, фәнни форумдар материалдары менән таныштылар. Сығанаҡ: vk.com/wall-146230836_6043

