"Таң" менән изгелек ҡыл" акцияһына ҡушылып, "Ватанды һаҡлаусылар" фонды координаторы Мә... — 22 июня 2026 г. в 05:30:37.916
"Таң" менән изгелек ҡыл" акцияһына ҡушылып, "Ватанды һаҡлаусылар" фонды координаторы Мәүсилә Ямғурсина "Таң менән изгелек ҡыл" акцияһына ҡушылып Тимер ауылынан МХО яугиры әсәһе Рәйлә Мансур ҡыҙы Абдуллинаны киләһе йылдың икенсе яртыһына "Таң" газетаһына подписка бүләк итте. Изгелек эстафетаһы артабан Иҫке Собханғол мәктәбе директоры Әхәт Әбдрәхимовҡа тапшырыла. "Таң менән изгелек ҡыл" акцияһында ҡатнашып, гәзиткә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен, күп балалы ғаиләләрҙе, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе, оло йәштәге кешеләрҙе, ветерандарҙы, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙы гәзиткә яҙҙыра, “Таң”ды уҡыу мөмкинлеге бүләк итә алаһығыҙ. Әүҙем булайыҡ! #Таң_менән_изгелек_ҡыл #ДобраяПодписка

