Хөрмәтле райондаштар!
Хөрмәтле райондаштар! Һеҙҙе барығыҙҙы ла төп дәүләт байрамы - Республика көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Күп милләтле халҡының татыулығы һәм берҙәмлеге, бай мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм үҫтереүе, һәр өлкәләге ҡаҙаныштары, уңыштары менән республикабыҙ оло байрамын лайыҡлы ҡаршылай. Фиҙәҡәр хеҙмәте, берҙәмлек һәм дуҫлыҡ рухы менән Бөрйән районы республиканың алға барышына үҙ өлөшөн индерә. Киләсәктә лә тыуған илебеҙ, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә тырышып эшләрбеҙ, тип ышанам. Хөрмәтле райондаштар! Мәртәбәле байрам айҡанлы барығыҙҙы ла ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләрегеҙгә тыныслыҡ һәм муллыҡ, эштәрегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем! Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы А.М.Ҡотошов.