Хөрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Хөрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Урман - ул ҡиммәтле тәбиғәт бүләге. Беҙҙең район урман хужалығы өлкәһендә үҙ эшенең оҫталары, хеҙмәттәрен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған белгестәр эшләй. Һеҙҙең иңдәрегеҙгә урмандарҙы һаҡлау, ҡурсалау, сифатын яҡшыртыу, кире тергеҙеү һәм янғындарҙан ҡотҡарыу кеүек ауыр ҙа, яуаплы ла бурыстар һалынған. Һөнәри оҫталығығыҙ, намыҫлы хеҙмәтегеҙ һәм һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух күтәренкелеге һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем! Бөтә изге маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын! Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин