Бөгөн район ойошмалары етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сиратта... — 6 июля 2026 г. в 07:01:31.887
Бөгөн район ойошмалары етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙем. Кәңәшмәне ҡотлауҙар менән башланыҡ. Халыҡ-ара кооперация көнө һәм Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ҡулланыу ойошмаларын ойоштороуға 110 йыл тулыу айҡанлы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләп үттек. Артабан да эштәрендә уңыштар теләйем. Кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл ҡаралды. Район биләмәһендәге юлдарҙы рәтләү эштәрен дауам итәбеҙ. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса һорауҙы даими контролдә тотабыҙ. Көндәр йылытыу менән көнүҙәк мәсьәлә булып халыҡты хәүефһеҙ һыу инеү менән тәьмин итеү тора. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү тыйыла. Ата-әсәләр, әгәр балаларығыҙҙың ғүмере һәм һаулығы ҡәҙерле булһа, улар менән хәүефһеҙ һыу инеү ҡағиҙәләре тураһында ныҡлап һөйләшегеҙ. Күперҙән һикереү ҡәтғи тыйылыуын аңлатығыҙ! Балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, үҙҙәрен генә һыу инергә ебәрмәгеҙ. Бөрйән районындағы граждандарҙы теркәү бүлеге хеҙмәте етәксеһенең 2025 йылға эшмәкәрлеге һәм 2026 йылға пландары буйынса отчеттары ҡаралды. Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! Сегодня, 6 июля, провел очередное расширенное оперативное совещание с руководителями организаций и главами сельских поселений района. Совещание начали с церемонии награждения. Вручил почетные грамоты, благодарственные письма организациям, в связи с празднованием международного дня кооперации и 110 летия образования Башкирского Республиканского Союза Потребительских Обществ. Благодарю вас за добросовестный труд, личный вклад в развитие местного самоуправления! В ходе совещания рассмотрены вопросы об оперативной обстановке, эпидемиологической обстановке в районе. Продолжаем работу по содержанию и ремонту дорог на территории муниципального района. Ситуацию с вывозом твердых коммунальных отходов находится на постоянном контроле. С наступлением теплой погоды актуальной задачей становится обеспечение безопасного купального сезона. Запрещается купаться в несанкционированных местах. Родители, если вам дорога жизнь и здоровье своего ребенка, обязательно поговорите с ним о правилах безопасного купания. Напомните, что категорически запрещается прыгать с моста! Не оставляйте детей без присмотра у воды, не отпускайте купаться их одних. На сегодняшнем совещании с отчетами и планами выступил начальник отдела ЗАГС Бурзянского района. Всем плодотворной рабочей недели и хорошего настроения!

