Был көндәрҙә "Ағиҙел" тәрбиәүи - һауыҡтырыу лагерында ял итеүсе балалар Шүлгәнташ мәмер... — 13 июля 2026 г. в 07:22:01.430
Был көндәрҙә "Ағиҙел" тәрбиәүи - һауыҡтырыу лагерында ял итеүсе балалар Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсияға барҙылар. Шул тиклем ҡыуанып йөрөп ҡайттылар улар. Медсестра Илзидә Хәбир ҡыҙы Юлбирҙина, әйҙәүсе - тәрбиәселәр Әлфиә Азамат ҡыҙы Әминева, Гөлдәр Наил ҡыҙы Азаматовалар менән мәмерйә буйлап бик аңлайышлы һөйләгән экскурсоводтар оҙатыуындағы сәйәхәт, ял туҡталҡаһында өлкән әйҙәүсе Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙының тәмле туңдырма менән һыйлауы, лагерҙан һалып алып барған еңелсә ризыҡтар менән тамаҡ ялғау, музейҙа булыу, фотосессиялар - барыһы ла иҫ киткес шәп булды. Матур сәйәхәткә хәстәрләп ебәргән өсөн лагерыбыҙҙың начальнигы Илшат Мөхәмәт улы Ҡолбирҙинға, Иҫке Собханғол мәктәбенең водителе Зәкир ағай Ғүмәровҡа сикһеҙ күп рәхмәт. "Шүлгәнташ"тан балалар бик бай, онотолмаҫ тәьҫораттар менән тулы ҡайтып инделәр. АУДО ОВЛ "Агидель"

