Бөгөн МХО-ла хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ өсөн Бөрйән районынан гуманитар ярҙам менән сир... — 19 июля 2026 г. в 07:43:58.515
Бөгөн МХО-ла хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ өсөн Бөрйән районынан гуманитар ярҙам менән сираттағы ылау юлға сыҡты. Был юлы егеттәргә 4 еңел автомобиль, 2 мунса, 1 «Урал» мотоциклы, таҡталар, 2 бензогенератор, 2 бензопила, бысҡылар, генераторҙар, инструменттар, газ баллондары, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре һәм яугирҙәргә үҙҙәренең һорауҙары буйынса йыйылған башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатылды. Яугирҙәрҙең тыуған яҡтарға имен-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем! Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам йыйыуҙа үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан Мосейчук Николай Иванович "МХО-ға гуманитар ярҙамы өсөн" миҙал менән бүләкләнде. Шулай уҡ Созинов Сергей Федоровичҡа рәхмәт хаты тапшырылды. Гуманитар район ветерандар Советы рәйесе Олег Ғәлиев, водителдәр Рәмил Мингазов һәм Фаил Шәһивәлиев оҙатып бара. Уларға хәйерле имен юлдар теләйем!

