«Рәсәй Спорты» дәүләт программаһы сиктәрендә Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек (ГТО) компл...
«Рәсәй Спорты» дәүләт программаһы сиктәрендә Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек (ГТО) комплексы майҙансығы Иҫке Собханғол ауылының Баҙал биҫтәһендә йәшәүселәргә, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барырға һәм спорт менән даими шөғөлләнергә яңы мөмкинлектәр асты. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ошондай спорт объекттарына фатиха биреп: «Физкультура һәм спорт менән шөгөлләнергә – был бик мөһим мөмкинселек» - тип белдерҙе. Беҙҙең район өсөн был объект — оло ғорурлыҡ һәм ҡыуаныс! Райондаштарыбыҙ — бәләкәстән олоға тиклем — иң заманса шарттарҙа үҙ көсөн һынай ала. Күнекмәләр үткәреү, сәләмәтлекте нығытыу һәм яңы үрҙәр яулау – беҙҙең маҡсат. Форсаттан файҙаланып, Республика башлығы Радий Фәрит улына, Рәсәй Федерацияһы һәм республика Спорт министрлыҡтарына, майҙансыҡ төҙөүҙә ҡатнашыусыларға район халҡы исеменән рәхмәт еткерәм. Барығыҙҙы ла “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек” нормативтарын әүҙем тапшырырға саҡырам.