Бөгөн сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үтте.
Бөгөн сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үтте. Кәңәшмәне ҡотлауҙарҙан башланыҡ. Тантаналы рәүештә әүҙем эшмәкәрлектәре һәм гуманитар ярҙам йыйыуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн Хәрби частең Рәхмәт хаттарын тапшырып үттем. Барыһына ла ҙур рәхмәт, ныҡлы һаулыҡ, именлек, артабан да эштәрендә уңыштар теләйем. Кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре тураһында һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды. Үткән аҙнала беҙҙә 2 янғын осрағы теркәлгән. Янғын сығыу сәбәптәре әле асыҡлана. Район биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереү буйынса шәхси йорттарҙа профилактик рейдтар үткәреүҙе дауам итәбеҙ. Халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, бигерәк тә оло йәштәгеләргә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә иғтибарлыраҡ булырға, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырам. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытында сығарыу мәсьәләһенә һәр кәңәшмәлә айырым иғтибар бирелә – уның буйынса килеп тыуған һорауҙарҙы мотлаҡ хәл итергә тырышабыҙ. Район халҡын да контейнерҙарҙы ағас ботаҡтары, таҡталар, эре төҙөлөш ҡалдыҡтары менән тултырмауҙарын һорайым. Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! Сегодня состоялось очередное расширенное оперативное совещание. Мероприятие начали с церемонии награждения. В торжественной обстановке вручил благодарственные письма от воинской части, отметив активную деятельность и значительный вклад в сбор гуманитарной помощи. Хочу поблагодарить всех и пожелать крепкого здоровья, мира и дальнейших успехов в работе. Были рассмотрены вопросы об оперативной обстановке, эпидемиологической обстановке в районе, благоустройстве территории сельского поселения Старосубхангуловский сельсовет и другие немаловажные вопросы. За прошедшую неделю зафиксирован 2 пожара. Причины возгорания устанавливаются. Продолжаются профилактические рейды в жилом секторе сельских поселений по соблюдению правил пожарной безопасности. Призываю жителей района строго соблюдать правила пожарной безопасности, быть особенно внимательными к пожилым людям, людям с ограниченными возможностями здоровья, не оставлять детей без присмотра. На совещаниях неизменно акцентируют внимание на вопросе своевременного вывоза твёрдых бытовых отходов — все возникающие сложности мы стремимся оперативно урегулировать. Просим жителей района не складировать в контейнерах ветки, доски и крупногабаритные строительные отходы. Всем плодотворной рабочей недели и хорошего настроения!