Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ярҙам итеүҙә даими гуманитар ярҙам к...
Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ярҙам итеүҙә даими гуманитар ярҙам күрһәтеүсе Яскин Николай Владимирович менән осраштым. Николай Владимирович Стәрлетамаҡ районында йәшәй. МХО-ла йөрөүсе Бөрйән яугирҙарына 30 кг-дан ашыу бал тапшырҙы. Ҡортсолоҡ менән 40 йылдан ашыу шөғөлләнә. Әүҙем эшмәкәрлеге һәм гуманитар ярҙам йыйыуға ҙур өлөш индергәне өсөн «МХО-ға гуманитар ярҙам өсөн» миҙалын тапшырҙым. Николай Владимировичҡа оло рәхмәтемде белдерәм, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм эштәрендә ҙур уңыштар теләйем!