Хөрмәтле финанс өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Хөрмәтле финанс өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ, финанс хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Бөгөнгө көндә финанс өлкәһе белгестәренең роле баһалап бөткөһөҙ. Район иҡтисадының тотороҡлоғо, мөһим социаль мәсьәләләрҙең ыңғай хәл ителеүе, башҡа күп төрлө проекттарҙың уңышлы атҡарылып сығыуы һеҙҙең дә хеҙмәтегеҙгә бәйле. Намыҫлы фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Һөнәри байрамғыҙ айҡанлы Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем! Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин