Бөгөн Яуымбайҙар һайлауҙа, йәрминкәлә, «Беҙ бергә» һәм «Изгелек кәрзине» акцияларында я...
Бөгөн Яуымбайҙар һайлауҙа, йәрминкәлә, «Беҙ бергә» һәм «Изгелек кәрзине» акцияларында яҡындан ҡатнашты. Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау көнө менән бер рәттән, Яуымбай мәктәбе эргәһендә көҙгө йәрминкә үткәрелде. Һатып алыусыларға һөт ризыҡтары, емеш - еләк ҡайнатмалары, күп төрлө туңған еләктәр, йәшелсәләр, бешкән ризыҡтар, бәйләм эштәре, биҙәүестәр һәм башҡа нәмәләр тәҡдим ителде. Һатыусыларҙың үҙ ҡулдары менән әҙерләнгән һәм баҡсаларында үҫтерелгән әйберҙәренең күп булыуы, бигерәк тә, ҡыуаныслы. Һайлауға килеүселәр гә лә уңайлы булды: һайланы ла, нәмәһен дә һатты, әйбер ҙә һатып алды. Бер үк ваҡытта, мөһим ваҡиға - Һайлау көнөндә йәрминкә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсаты менән Яуымбай ауылында «Беҙ бергә!» һәм «Изгелек кәрзине» акциялары ойошторолдо. Яуымбай халҡы был сараларҙа бик ҙур әүҙемлек күрһәтте. Был саранан һуң, берҙәмлектә бәрәкәт, тигән матур әйтемдең дөрөҫлөгөнә тағы ла бер тапҡыр инанаһың. Афариндар, яуымбайҙар!!! Ҡояшлы матур көндә үткәрелгән байрамса шәп йәрминкәнән халыҡ, һайлауҙа ҡатнашып, гражданлыҡ бурыстарын үтәп, изгелек акцияларында ҡатнашып, үҙенә кәрәкле нәмәне һатып алып, сауҙа итеп, ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, ҡыуанып таралышты. #ЕДГ2026