Бөгөн район мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында Ашнаҡсылар көнөн билдәләнеләр.
Бөгөн район мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында Ашнаҡсылар көнөн билдәләнеләр. Әбделмәмбәт мәктәбендә лә иң йылы байрамдарҙың береһе — Ашнаҡсылар көнө сағыу билдәләнде. Уҡыусылар ашхана хеҙмәткәрҙәренә концерт әҙерләне. Йырҙар, шиғырҙар һәм ихлас теләктәр — былар барыһы ла көндәлек хеҙмәтебеҙҙе яҡтыртҡан кешеләргә рәхмәт белдереү өсөн ине. Шулай уҡ мәктәптә «Рәхмәт почтаһы» эшләне: балалар ашнаҡсыларға үҙ ҡулдары менән яҙылған рәхмәт хаттарын яҙҙылар. Һәр хатта — йылы һүҙҙәр, ихлас рәхмәт һәм ихтирам. Ҡәҙерле ашнаҡсыларыбыҙ! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Һәр иртә беҙҙе тәмле ризыҡтар менән ҡаршылауығыҙ, һаулыҡлы һәм туҡланыулы ашарға әҙерләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! - тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр улар. Байрам менән! Сығанаҡ:https://vk.ru/wall-110224643_13208