Хөрмәтле ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары!
Хөрмәтле ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары! Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Бөгөн беҙ иң почетлы һәм иң кәрәкле һөнәр эйәләрен тәбрикләйбеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ - ул халыҡтың етеш тормош нигеҙе. Иҡтисади ауырлыҡтарға һәм ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына ҡарамай, райондың агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәренең үҙ эштәренә яуаплы ҡарашы ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшергә мөмкинлек бирә. Ҙур көс, тырышлыҡ талап иткән көндәлек хеҙмәтегеҙ хөрмәткә лайыҡ. Хөрмәтле ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ уңайынан барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, яуаплы һәм кәрәкле хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем! Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы А.М.Ҡотошов.