"Таң" менән изгелек ҡыл!" акцияһы дауам итә.
"Таң" менән изгелек ҡыл!" акцияһы дауам итә. Изге акцияға ҡушылып Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығы начальнигы Айгөл Вәхитова махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған райондашыбыҙ Ҡолдобаев Марат Зиннур улының ата - әсәһенә, Зиннур Мансур улына һәм Шәһиҙә Ғәфүр ҡыҙына 2027 йылдың тәүге яртыһына район газетаһына подписка бүләк итте. Эстафетаны артабан Муниципаль район Хакимиәте башлығының ер, мөлкәт һәм юридик мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ғәлимйән Хәйбуллинға тапшырҙы. "Таң менән изгелек ҡыл" акцияһында ҡатнашып, гәзиткә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен, күп балалы ғаиләләрҙе, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе, оло йәштәге кешеләрҙе, ветерандарҙы, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙы гәзиткә яҙҙыра, “Таң”ды уҡыу мөмкинлеге бүләк итә алаһығыҙ. Әүҙем булайыҡ! #Таң_менән_изгелек_ҡыл #Добрая_подписка