Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя. Һәр сәйәхәт ҡатнашыусыларҙың бөтәһендә лә онотолмаҫлыҡ тә...
Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя. Һәр сәйәхәт ҡатнашыусыларҙың бөтәһендә лә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра, яңы ерҙәр аса, хозур тәбиғәте менән һоҡландыра. Ә инде оло быуын кешеләренең әүҙем йәшәү рәүешен дауам итеүе, сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәүе ҡыуаныслы күренеш. Күптән түгел бер төркөм хаҡлы ялдағы райондаштарыбыҙ Бөрйәндең иң бейек нөктәһе булған Мәсем тауына артылғандар. Иҫке Собханғолда матур тау битләүендә әүҙем ял итеү көнө ойошторғандар. Сағыу фотоһүрәттәре менән бүлешкән Клара апай Сафинаға һәм уның төркөмдәштәренә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ. Әйткәндәй, республикала уңышлы тормошҡа ашырылып килгән "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проекты ла оло быуын кешеләре өсөн әүҙем ял, аралашыу өсөн мөмкинлек тыуҙырыу, шулай уҡ уларҙың һаулығын нығытыуға, социаль-әүҙемлек осорон оҙайтыуға йүнәлтелгән. "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" проектында оло быуын вәкилдәре йыл да ҡатнашып килә. Хәрәкәттә - бәрәкәт. Артабан да шулай әүҙем булып ҡалығыҙ! #Башкирское_долголетие #Башҡорт_оҙон_ғүмерлелеге