Белорет районы Ҡаһарман ауылында Тамъян ырыуы башҡорттарының II съезы үтте. Сарала Бело...
Белорет районы Ҡаһарман ауылында Тамъян ырыуы башҡорттарының II съезы үтте. Сарала Белорет, Әбйәлил, Миәкә, Көйөргәҙе, Бөрйән райондарынан, шулай уҡ Межгорье ҡалаһынан делегаттар ҡатнашты. Осрашыу Бөйөк етәксе Шәғәле Шаҡмандың ҡәберенә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан, шулай уҡ мәктәп фойеһында биҙәүестәр, ҡул ижады буйынса эштәр күргәҙмәһен ҡарауҙан башланды. Сараның рәсми өлөшөндә Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы етәксеһе урынбаҫары Хәлил Рәхмәтуллин, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, БР Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов һәм башҡалар сығыш яһаны. Башҡарылған эштәр барланды, киләсәккә пландар төҙөлдө. Тамъян ырыуы хәрәкәтенә булышлыҡ иткән өсөн “Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы Ҡаһарман ауылы ҡыҙы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, БР-ның атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәмилә Мусинаға, Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының Почет грамотаһы, Тамъян ырыуының рәхмәт хаттары Ринат Рамаҙанов, Азат Атанғолов Һәм Зилә Лираға тапшырылды. Съезда Тамъян ырыуы башҡорттарының йәмәғәт ойошмаһына яңы рәйес, Совет ағзалары һайланды һәм штандарт тапшырылды. Сара Шәғәле Шаҡманға арналған ҡорбан ашы менән тамамланды. Сығанаҡ: vk.ru/wall-106859930_191903