Бөгөн Брәтәк ауылында өр-яңы мәсет дин ҡәрҙәштәр өсөн үҙ ишектәрен асты. Тантаналы сара...
Бөгөн Брәтәк ауылында өр-яңы мәсет дин ҡәрҙәштәр өсөн үҙ ишектәрен асты. Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айнур Ҡотошов, райондың имам мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов, БР мөфтиәте рәйесе урынбаҫары Морат хәҙрәт Лоҡманов, Бөтә Рәсәй Үҙәк Мөфтиәте Тәлғәт Тажетдиндың советнигы шейх Усман Салауат Әмирхан улы Килдин һәм башҡалар ҡатнашты. Сығыш яһаусылар ауыл халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙеләр. Шулай уҡ мәсет төҙөүгә ҙур өлөш индергән әүҙемселәргә маҡтау ҡағыҙы,рәхмәт хаттары тапшырылды. Тантаналы сараға бөтә донъяға танылған “Әй йола” төркөмөнән Ринат Рамазанов, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев, думбырасы, ҡурайсы Хәйҙәр Ибраһимов килде. Улар халыҡҡа ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйө “Урал”ды уйнап ишеттерҙеләр, зекер әйттеләр. Яңы мәсеттә аҙан тауыштары яңғырап торһон, йома намаҙҙары уҡылып, диндарҙар менән тулып торһон. Йәш быуын дин нигеҙҙәрен өйрәнһен, рухи ҡиммәттәр алһын! Фото «Таң» гәзите - Бөрйән районы яңылыҡтары