3 ноябрь көнө район мәҙәниәт һарайында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә, Рәсәй халыҡтары берҙ...
3 ноябрь көнө район мәҙәниәт һарайында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналған тантаналы сара үтте. Сараны башлап район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айнур Ҡотошов сығыш яһаны һәм бер төркөм райондаштарыбыҙға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Байрам концертында өлгөлө бейеү ансамблдәре, Ямғурсиндар ғаиләһе һәм башҡа таланттар бик сағыу номерҙар менән сәхнәгә сыҡты. Сара сиктәрендә сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының һүрәттәр, район үҙәк китапханаһының тарих биттәрен сағылдырған күргәҙмәләре ойошторолдо. Шулай уҡ район баҫмаһы "Таң" ға яҙылыу мөмкинлеге булды. #День_народного_единства #Год_единства_народов_России #Год_большой_и_дружной_семьи