Бергә - беҙ көс! — 16 июля 2026 г. в 05:45:08.872
Бергә - беҙ көс! Өфө, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары ирекмәндәре еңеү өсөн берләшкән. Күптән түгел Хәйбулла районынан "Хәйбулла ирекмәндәре" ойошмаһы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн битараф булмаған яҡташтарыбыҙҙан ярҙам йыйып ике йөк машинаһы тултырып гуманитар ярзам ебәрҙе. Был юлы хәрби операция зонаһына 70 кубометрҙан ашыу ағас, УАЗ автомобиле, биш 200 литрлы бочка, автомобиль күтәреү ҡоролмаһы, камуфляж селтәрҙәре, генераторҙар, бензопила, янғын һүндереү ҡорамалдары, газ баллондары, сылбырлы ҡоймалар әҙерләнде. Бынан тыш электр банктары, ике яҡлы радиоаппараттар, күсмә мейестәр, домкрат, 4 тонналыҡ күтәргес, ударный ключтар, электр отверткалары, тактик мат, дымлы салфеткалар, “ҡоро душ” комплекттары, буксир кабелдәре, бензопила цепочкаһын үткерләүсе ебәрелде. Гуманитар ярзам йыйыуҙа Өфөлә йәшәүсе Альбина Әфләтүнова , Лилия һәм Рәил Таҡаевтар (Баймаҡ районы), Гөлдәр Сибәғәтуллина, Тәнзилә Тимербаева («Беҙҙең ғәскәрҙәр өсөн тегеү һәм бәйләү: Башҡортостан» республика кимәлендәге штабынан) һәм Йылайыр районы ирекмәндәре ҡатнашты. Махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итеү — бөгөн иң мөһим һәм изге эштәрҙең береһе. Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбаев ауылы эшҡыуарҙары Айҙар менән Айсыуаҡ Ғәйетҡоловтарға, шулай уҡ Йылайыр эшҡыуарҙарына ағас ҡорамалдары өсөн айырым рәхмәт. Берҙәм көс менән еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереп, яҡташтарыбыҙҙың тиҙерәк имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.

