Администрация сельского поселения Ишимбаевский сельсовет
Политика · 24 августа 2026 г.
🍶👫✨Һөт эсергә килегеҙ!
🍶👫✨Һөт эсергә килегеҙ! 29 август, шәмбе, "Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял паркында "Һөт иле" тигән 14-се ғаилә фестивале ойошторола. Быйыл сара Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышлана. ✨Фестиваль 2011 йылдан алып үткәрелә. Маҡсаты – ҡунаҡсыллыҡты күрһәтеү, һөт продукцияһына һөйөү тәрбиәләү, ауыл хужалығы эшсәндәренең эшенә хөрмәт уятыу. ✨Шул иғтибарға лайыҡ, "Һөт иле"нә килгән һәр кемгә һөт ризығы тәҡдим ителә. Әйткәндәй, төп партнер – "Росмол" дәүләт кооперацияһының Стәрлетамаҡтағы филиалы. ✨Быйыл тәүге тапҡыр "Һөт циркы" тәҡдим ителәсәк, унда ғаиләләр сығыш яһай. Бынан тыш, бәләкәстәр өсөн "Быҙауҙа һыбай сабыу" тамашаһы ойоштороласаҡ. 💯Фестивалгә инеү бушлай, сара иртәнге сәғәт 10:00 башлана. 0+ Фото: скриншот. 📝Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan