Администрация сельского поселения Ишимбаевский сельсовет
Политика · 24 августа 2026 г.
💥 Стәрлетамаҡта «Мин башҡортса һөйләшәм» фестивале үтәсәк
💥 Стәрлетамаҡта «Мин башҡортса һөйләшәм» фестивале үтәсәк 🔷4–6 сентябрҙә Стәрлетамаҡта ҡалаға 260 йыл тулыуға арналған «Купец» фестивале үтәсәк. Байрам программаһы сиктәрендә заманса музыканы, башҡорт телен һәм йәнле аралашыуҙы берләштергән «МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ» башҡорт теле фестивале лә ойоштороласаҡ. 🔶«МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ» фестивале 5 сентябрҙә сәғәт киске 6-ла Салауат Юлаев исемендәге скверҙа, Комсомол урамы, 80-се йорт адресы буйынса үтәсәк. Программаның төп өлөшө — музыкаль «open-air» концерт. Сәхнәлә БҮРЕЛӘР, BABY Ti һәм Тимур Ямалов сығыш яһаясаҡ. Сараны Динара Ғәлләмова һәм Салауат Заманов алып барасаҡ. 🔷«Мин башҡортса һөйләшәм» фестиваленең ҡалабыҙҙың юбилей йылында тәүге тапҡыр Стәрлетамаҡта үтеүе беҙҙең өсөн айырыуса мөһим. Һуңғы йылдарҙа ҡалала этномәҙәни саралар күбәйә, беҙ уларҙың халыҡ, айырыуса йәштәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул ителеүен күрәбеҙ. Фестивалдең заманса форматы башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә иғтибарҙы арттырыр һәм юбилей программаһының сағыу өлөшөнә әүерелер тип ышанам», — тип билдәләне Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Михаил Григорьев. 🔶Фестиваль заманса мәҙәни форматтар һәм музыка аша башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Ойоштороусылар башҡорт теленең тарихи һәм мәҙәни мираҫтың бер өлөшө генә түгел, ә заманса ҡала тормошоноң тәбиғи теле булыуын күрһәтергә теләй. 🔷«Беҙ башҡорт теленең ҡала мөхитендә заманса, иркен һәм тәбиғи яңғырай алыуын күрһәтергә теләйбеҙ. Музыка яңы быуындың телгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуҙың иң аңлайышлы ысулдарының береһе. Беҙҙең өсөн телде һаҡлау тураһында һөйләү генә түгел, ә кешеләр уның яңғырауын ишетә, тоя һәм көндәлек тормошта ҡуллана алған мөхит булдырыу мөһим», — тип һөйләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова. 🔶Ҡунаҡтарҙы йәнле сығыштар, таныш йырҙар һәм ҙур ҡала байрамы атмосфераһы көтә. «МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ» фестивале Стәрлетамаҡтың 260 йыллығын билдәләү программаһының бер өлөшө буласаҡ һәм ҡала халҡын музыка, мәҙәниәт һәм башҡорт теле тирәләй берләштерәсәк. ✅Датаһы: 2026 йылдың 5 сентябре 📍Ваҡыты: 18.00 сәғ. ✅Урыны: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Салауат Юлаев исемендәге сквер, Комсомол урамы, 80-се йорт. 📍Инеү бушлай. 6+