Администрация сельского поселения Ишимбаевский сельсовет
Политика · 12 октября 2026 г.
Хәйерле иртә хөрмәтле ауылдаштар 🌿
Хәйерле иртә хөрмәтле ауылдаштар 🌿 ✅12 октябрь - Республиканың Дәүләт гимнын һәм Дәүләт гербын ҡабул итеү көнө. Заманса Башҡортостандың мөһим дәүләт символдары 1993 йылдың 12 октябрендә раҫланған. Башҡортостан Дәүләт гербының авторы - рәссам Фазлетдин Ислахов. Гербта ҡалҡып килгән ҡояш фонында, милли орнаменттар менән уратып алынған Салауат Юлаевтың һәйкәле урынлашҡан. Аҫтараҡ - ҡурай таждары һәм Республиканың дәүләт флагы төҫтәренә буялған таҫма. Дәүләт гимны хаҡындағы закон да 1993 йылдың 12 октябрендә ҡабул ителде. Дәүләт гимны итеп Фәрит Иҙрисовтың "Башҡортостан" тантаналы көйө алынды. 2008 йылда гимндың һүҙҙәре лә раҫланды. Уның авторҙары - шағир Рауил Бикбаев менән ғалим Рәшит Шәкүр.