ХАТ-ХӘБӘР — 18 июня 2026 г. в 08:15:08.926
ХАТ-ХӘБӘР Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районында Аллабирҙе тигән башҡорт ауылы бар. Мәктәбендә башҡорт теле уҡытыла. Беҙгә мәктәптән яҙалар: Күптән түгел башҡорт теле уҡытыусыһы Сания Сәйет ҡыҙы Күҙбаева“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсын ойошторҙо. Ярышта 7 уҡыусы ҡатнашты. Һәр сығыш тамырҙарыбыҙға иғтибар иттерҙе, эпос образдарын асты, боронғо юлдарҙың ҡеүәтен һәм аҡылын тыңлаусыларға еткерҙе. Мәктәбебеҙҙә бына ошондай онотолмаҫ байрам үтте. Видео: https://vkvideo.ru/video-196807320_456239508 Фото: Аллабирҙе мәктәбе / ВК. https://amanat.su/news/khat-kh-b-r/2026-06-18/hat-h-b-r-onotolma-bayram-buldy-4723544

