«2022 йылдан бирле Башҡортостан йәштәр сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген мониторинглау йомғаҡт... — 17 июня 2026 г. в 16:59:44.287
«2022 йылдан бирле Башҡортостан йәштәр сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген мониторинглау йомғаҡтары буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инә. Росмолодеждың был тикшеренеүе инфраструктураның үҫешкәнлеген, ведомство-ара килешеп эш итеүҙең яйға һалыныуын баһалай. Әммә иң мөһиме – йәштәрҙең үҫеше һәм уларҙы ижади хеҙмәткә йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыуға дөйөм йүнәлеште билдәләй, «Йәштәр һәм балалар» милли проектының мөмкинлектәрен файҙаланыу тиңлеген бирә. Бынан тыш, Башҡортостан Росмолодежь грант конкурсы сиктәрендә аҡса йәлеп итеү буйынса алдынғы бишәү иҫәбендә килә». – Григорий ГУРОВ, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (Росмолодежь) етәксеһе. (Йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәм ирекмәнлекте үҫтереү, “Беренселәр Хәрәкәте” менән студенттар отрядтарын үҫтереүҙә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү буйынса координацион советтарҙа әйтелде. Сара бөгөн Евразия фән һәм белем биреү үҙәге Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә үтте).

