Перейти к содержимому
Максиметер

Яуымбай мәктәбе уҡыусылары, спилс-карталарҙы тиҙлеккә йыйыу буйынса географик турнирҙың...

Яуымбай мәктәбе уҡыусылары, спилс-карталарҙы тиҙлеккә йыйыу буйынса географик турнирҙың муниципаль этабында ҡатнашып, республика этабына сыҡҡайны. Уларға республика ярышына ла  юл төштө. Яуымбай командаһы һынатманы! 28 май көнө баш ҡалабыҙ Өфөлә Спилс-карталарҙы тиҙлеккә йыйыу буйынса республика географик турниры үтте.  Беҙҙең райондың йыйылма командаһы составына Яуымбай мәктәбенең 8-се синыф уҡыусылары Миңзиә Вәлитова, Заһит Мостафин, Нурия Хәйбуллина инде. Улар Рәсәй картаһын, Башҡортостан картаһын йыйыу буйынса 35 команда араһында юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Һөҙөмтәләр ошолай: командалар араһында  – Рәсәй картаһын йыйыуҙа 1-се урын, шәхси беренселектә Нурия Хәйбуллина – Рәсәй картаһын йыйыу буйынса 2-се урында, Башҡортостан картаһын йыйыуҙа 3-сө урында. Афарин, яуымбайҙар!   Уҡыусыларҙың уңышында  Яуымбай мәктәбенең география уҡытыусыһы Фаяз Бирғәле улы Ғизәтуллиндың өлөшө баһалап бөткөһөҙ булды. Атайҙар – ауыл фермеры Хәйбуллин Фәһим Мөхәмәт улы менән МХО яугиры Муллағолов Ишморат Марат улы, шулай уҡ  уҡытыусы Фаяз Бирғәле улы бергәләшеп  мәктәпкә спилс-карталарҙы алған. Уҡыусылар тәнәфестәрҙә,  дәрестәрҙән һуң да ошо карталарҙы йыйыу менән  бик ныҡ мауығып китте.  Даими күнегеүҙәр уларға ярышта уңыш килтерҙе лә инде.   Сәйҙә СӘЙӘХОВА, Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡытыусыһы.

40 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

183 подписчиков · Лайфстайл

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Лайфстайл»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.