Малайзия баш ҡалаһы Куала-Лумпурҙа барған тай боксы (муай-тай) буйынса донъя чемпионат...
Малайзия баш ҡалаһы Куала-Лумпурҙа барған тай боксы (муай-тай) буйынса донъя чемпионатының финалында Сибай спортсыһы Зарина Исламова еңеү яулаған. Шулай итеп, Зарина хәҙер – донъя чемпионы! Беҙҙең спортсыбыҙ тәүҙә Сингапур менән Гонконг боксерҙарын еңә. Ирандан Сетарех Моршеди менән булған һуңғы алыштағы еңеү Заринаны чемпион итә. “Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары араһында муай-тай буйынса беренсе донъя чемпионы булыуыма бик шатмын. Ошо еңеү арҡаһында мин халыҡ-ара класлы спорт мастеры нормативын үтәнем”, – тигән “Башинформ” хәбәрсеһенә Зарина.