Мәскәү уҡыусыһы Екатерина Малкова тарихта беренсе булып БДИ-нан 500 балл йыйған. Ул рус... — 1 июля 2026 г. в 08:09:57.451
Мәскәү уҡыусыһы Екатерина Малкова тарихта беренсе булып БДИ-нан 500 балл йыйған. Ул рус теле, профилле математика, химия, физика, информатика буйынса иң юғары балл алған. Екатерина буласаҡ һөнәрен теүәл фәндәргә бәйләй, юғары белемде биофизика, биоинформатика һәм наноинженерия йүнәлешендә алырға йыйына, тип яҙа Сергей Собянин. Видео: Мэр Москвы Сергей Собянин / МАКС.

