8 июль – Нобель премияһы лауреаты академик Петр Капицаның (1894–1984) тыуған көнө. Мәш... — 8 июля 2026 г. в 10:35:22.389
8 июль – Нобель премияһы лауреаты академик Петр Капицаның (1894–1984) тыуған көнө. Мәшһүр физикка Нобель премияһы гелийҙың үтә ағыусан булыуын асҡан өсөн бирелә. Капица ныҡ түбән температураларҙа гелийҙың квант тулҡынына оҡшай башлағанын аса: ул йәбешкәкләнә, теләһә ниндәй ярыҡҡа үтеп инә ала, һауыт эсендә аҫҡа түгел, өҫкә ҡарай аға башлай. Был асышы барышында ғалим турбодетантер тигән ҡорамал уйлап таба. Уның ярҙамында газдарҙы киңәйтеү юлы менән һыуытып була. Турбодетантер медицина, металлургия өсөн кәрәкле шыйыҡ кислород алыу өсөн ҡулланыла. Капица уйлап тапҡан ҡорамал дауаханаларҙа бик күп ауырыуҙарҙың ғүмерен ҡотҡарғандыр, моғайын. Был аппарат өсөн Петр Капица Сталин премияһына лайыҡ була. Ғилми ҡаҙаныштары өсөн Петр Леонидович Капицаға ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исем бирелә. Фото: Рәсәй Почтаһы / йәмәғәт мөлкәте /commons.wikimedia.

