Эверестты яулаған Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев «Китап» нәшриәтенең күргәҙмә һәм конференци... — 8 июля 2026 г. в 06:47:02.940
Эверестты яулаған Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев «Китап» нәшриәтенең күргәҙмә һәм конференциялар залында журналистар менән осрашты. Башҡортостандың йәмәғәт эшмәкәре һәм блогер Рөстәм Нәбиев 2015 йылда армияла сағында Омскиҙа казарма емерелеү сәбәпле 7 сәғәт емереклектәр аҫтында ята. Иң һуңғы уны табалар. Аяҡтарына ампутация эшләргә тура килә, әммә ул төшөнкөлөккә бирелмәй, тормошонда юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәй һәм параальпинизм менән шөғөлләнә башлай. – Мин был тормошта үҙемдән һуң йәшәрлек һәм балаларым ғорурланырлыҡ эштәр ҡалдырғым килә. Башҡа кешеләр тотонмаған маҡсаттарҙы атҡарып сыҡҡым килә. Тауҙарға үрләр өсөн дә алдан физик күнекмәләр үтәм, мораль яҡтан үҙемде һәм ғаиләмде әҙерләйем. Ҡыҙҙарымды Торатауға мендерҙем. Улар тауҙарға нисек менергә, ҡуйған маҡсаттарға нисек ирешергә кәрәк икәнен аңлап, тойоп үҫәләр. Юғары нөктәләргә үрләп етеү берҙән-бер бурыс түгел, әлбиттә, төшөргә лә көс ҡалдырырға кәрәк, сөнки альпинистарҙың байтағы кире төшкәндә һәләк булып ҡала. Тимәк, һәр бер ҡуйған маҡсатҡа барып етеү менән бер рәттән, шул маҡсатҡа ирешкәс, артабан нисек йәшәргә икәнен дә уйлап эш итеү урынлы, – ти Рөстәм Илгиз улы. Тулыраҡ – бында: https://amanat.su/news/novosti/2026-07-08/r-st-m-n-biev-zhurnalistar-men-n-osrashty-4744514

