Алмағасым — 7 июля 2026 г. в 12:32:26.033
Алмағасым Алмағасым, һағындыңмы? Килдем мин яндарыңа. Алмаларың бигерәк күптәр, Ауырмы иңдәреңә? Оҙаҡламай килер көҙҙәр, Балланыр алмаларың. Тәмләргә емештәреңде Йыйылыр яҡындарың. Йөрәгемдә һары һағыш, Юҡ ағай яныбыҙҙа. Алманың тәмен тапмайым, Ҡайтһаңсы яныбыҙға. ҒИЛМАНОВА Рушана, Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернатының 8-се "Б" синыфы уҡыусыһы.

