Башҡортостан Мәғариф министрлығы киләһе уҡыу йылына уҡыу календарын баҫып сығарған. — 5 августа 2026 г. в 09:34:53.517
Башҡортостан Мәғариф министрлығы киләһе уҡыу йылына уҡыу календарын баҫып сығарған. Каникулдар ниндәй көндәргә тура килә? 🔹Көҙгө каникул: 26 октябрь – 3 ноябрь (9 көн). 🔹Ҡышҡы каникул: 31 декабрь – 10 ғинуар (11 көн), 1-се синыфтарға өҫтәмә каникул: 15–21 февраль (7 көн). 🔹Яҙғы каникул: 27 март – 4 апрель (9 көн). 🔹Йәйге каникул: 27 май – 31 август (97 көн). Балалар 126 көндө каникулда ял итеп үткәрәсәк. Байрам ялдары: 🔹Республика көнө – 12 октябрь. 🔹Халыҡтар берҙәмлеге көнө – 3 һәм 4 ноябрь. 🔹Яңы йыл каникулы – 1–8 ғинуар. 🔹Ватанды һаҡлаусылар көнө – 22 һәм 23 февраль. 🔹Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 март. 🔹Ураҙа байрамы – 9 март. 🔹Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы – 3 май. 🔹Еңеү көнө – 10 май. 🔹Ҡорбан байрамы – 17 май. Киләһе уҡыу йылында уҡыусылар – 164 көн, беренсе синыфтар 159 көн уҡыясаҡ. Фото: ӘХМӘТЙӘНОВ Реналь, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы. Реналдең фотоһында – уның 4-се синыфты тамамлаған синыфташтары башланғыс мәктәп менән хушлаша. Хәҙер инде улар – 5-се синыф уҡыусылары. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

