Бөгөн – Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө. Был көн 2008 йылдың 15 октябренән башлап йыл...
Бөгөн – Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө. Был көн 2008 йылдың 15 октябренән башлап йыл да биләдәләнә. Уны Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы иғлан иткән. Ауыл ерендә тормош әллә ни уңайлы түгел. Маллы, баҡсалы кешеләрҙең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй. Ауыл апайҙарының елкәһенә бик күп мәшәҡәт төшә. Шуға ҡарамҫтан улар балаларын да тәрбиәләй, үҫтерә, донъяһын да гөл кеүек итергә тырыша, эше булғандары эшкә лә йөрөй. Ҡош-ҡорт, баҡса үҫтереп мәж килә. Шуларҙың бөтәһенән йәм һәм тәм таба белә ауыл уңғандары. Эштәрегеҙҙә еңеллек булһын, ҡулдарығыҙҙан ҡыуанып, шат, етеш тормошта йәшәргә яҙһын, ауыл инәйҙәре, ауыл апайҙары, ауыл ҡыҙҙары! Видеоларҙа – ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡәҙимге тормошо. Авторы бөтә эштәренә лә, иҫ киткес матур видеолар төшөрөп блог алып барырға ла өлгөрә. Видео: Жизнь в башкирской деревне / ВК. “Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb