Ҡыйғы районы Ләүзә ауылы эргәһендә һунарсылар сыбар болан өйөрөн осратҡан. Башҡортоста... — 22 августа 2026 г. в 07:05:31.117
Ҡыйғы районы Ләүзә ауылы эргәһендә һунарсылар сыбар болан өйөрөн осратҡан. Башҡортостан Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына уларҙы видеоға төшөрөп ебәргәндәр. Боландар кешенән ҡурҡмай, ҡулдан аҙыҡ алып тора, тигәндәр. Министрлыҡ белгестәре фекеренсә, был боландар берәй кешенең вольер хужалығынан ҡасҡандыр, сөнки ҡырағай януарҙар кешенән өркөп ҡасыр ине. Белгестәр әле сыбар болан өйөрөнөң беҙҙең яҡтарға ҡайҙан килеп инеүен тикшерә.

