Бөгөн шағирә Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНАҒА 75 йәш тулды. Зөһрә апай ғүмерен балаларға арнаны, ти... — 20 августа 2026 г. в 17:03:13.979
Бөгөн шағирә Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНАҒА 75 йәш тулды. Зөһрә апай ғүмерен балаларға арнаны, тиһәк тә була, сөнки ул 1974 йылдан бирле “Йәншишмә” (элекке “Башҡортостан пионеры”) гәзитендә эшләй. Ошо биш тиҫтәнән ашыу йыл эсендә Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы бик күп малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың ҡәләм һынап ҡарағанына шаһит булған, ҡайһы берәүҙәрҙе әҙәби ижад һәм журналистика юлына алып сыҡҡан. Әҙибә күп һанлы шиғыр китаптары авторы, балалар өсөн хикәйәләр ҙә яҙа. Түбәндә - Зөһрә Ҡотлогилдинаның ике шиғыры. ҠЫМЫҘЛЫҠ Быуын-быуын ҡымыҙлыҡ, Ҡарап күҙең ҡыҙырлыҡ. Иҫкә төшә йөрөгәндәр Ялан-ерҙе ҡыҙырып. Яланға сыҡҡан йәштәргә Сәбәп кенә ҡымыҙлыҡ. Шул саҡтағы тамашаға Тотош ғүмер һыйырлыҡ. Уйын-көлкө, йыр-бейеүҙән Яңғырап тора ялан. ...Анау апай-ағайҙарҙай Ниңә үҫмәйбеҙ һаман?! Ҡымыҙлыҡтың тотам-тотам Быуыны нисәү икән? Ниңә егеттәр етәү ҙә ҡыҙҙары бишәү икән? Күҙ ҡыҙҙырып, көн ҡыуҙырып, Бала саҡ елеп үтте. Инде йәшлек яландары Офоҡ артына күсте. Яҙҙар етһә, иҫкә төшә Быуын-быуын ҡымыҙлыҡ. Йөрөйөм ялан-ҡырҙарҙы Тик хыялда ҡыҙырып. Һағындыра бала саҡтар, Йөрәгемде һыҙырып. Таҫма таҡҡан бер ҡара ҡыҙ Ҡарай күҙҙе ҡыҙҙырып. Ҡулдарында – ҡымыҙлыҡ, Тотош ғүмер һыйырлыҡ. ӘСӘ БАЛАҺЫ – Һылыулығың, ҡыйыулығың Алдың кемдән? – Әсәйемдән. – Отҡорлоғоң, тапҡырлығың Һинең кемдән? – Әсәйемдән. – Тыйнаҡлығың, йыйнаҡлығың Сере кемдән? – Әсәйемдән. – Иркәлегең, иртәлегең Күсте кемдән? – Әсәйемдән. – Егәрлегең, егетлегең Һинең кемдән? – Әсәйемдән. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

