Өфөлә “Туғандар-яратҡандар” республика ата-әсәләр форумы үтте. Башҡортостандың төрлө тө...
Өфөлә “Туғандар-яратҡандар” республика ата-әсәләр форумы үтте. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 700-ләп кеше йыйылды был сараға. “Торатау” конгресс-холында барған форумда ата-әсәләр, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, власть вәкилдәре бөгөнгөнөң иң мөһим темалары – тәрбиә, ғаилә ҡиммәттәре һәм балаларҙың киләсәге тураһында фекер алышты. Балалар өсөн холда айырым программа эшләне. Фото, видео: Беренселәр Хәрәкәте|Башҡортостан Республикаһы / МАКС