1 сентябрҙән Йәрмәкәй районы мәктәптәрендә уҡыусыларҙың математика һәм тәбиғәт фәндәре... — 29 августа 2026 г. в 07:23:49.667
1 сентябрҙән Йәрмәкәй районы мәктәптәрендә уҡыусыларҙың математика һәм тәбиғәт фәндәре буйынса әҙерлеген яҡшыртыу өсөн аграр, педагогика һәм медицина синыфтары асыласаҡ. Шайморатов һәм космос синыфтары эшләй ҙә инде. Төрлө һөнәр эйәләре менән осрашыуҙар, предприятиеларға барыуҙар дауам итәсәк. “Яңы йүнәлештәр уҡыусыларға профессия алды әҙерлеге системаһын үҫтереү маҡсатында ойошторола. Был эш сиктәрендә мәктәптәр вуздар, колледждар һәм предприятиелар менән эш алып бара. Бындай система уҡыусыларҙы мәктәптә уҡығанда уҡ буласаҡ һөнәрҙәр менән таныштырырға һәм мәктәп менән юғары уҡыу йорто араһындағы араны ҡыҫҡартырға, кадрҙарға ҡытлыҡты кәметергә ярҙам итә”. – Наталья Корнилова, Йәрмәкәй районы мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы. Һүрәттә: Йәрмәкәй ауылындағы янғын һүндереү часында Фото: Йәрмәкәй район хакимиәте. https://amanat.su/news/novosti/2026-08-29/agrar-meditsina-pedagogika-sinyftary-asyla-4796020

