Дәүләкән районының 13 мәктәбенә физика, рәсем сәнғәте, музыка кабинеттары өсөн яңы йыһ... — 28 августа 2026 г. в 13:03:26.297
Дәүләкән районының 13 мәктәбенә физика, рәсем сәнғәте, музыка кабинеттары өсөн яңы йыһаздар алғандар. 🔹Рәсем кабинеттарына гипстан яһалған кеше башы моделдәре, геометрик есемдәр, натюрморт төшөрөү өсөн күләмле формалар алынған. 🔹Музыка дәрестәрендә заманса музыка үҙәктәре, колонкалар һәм сағыу күрһәтмә материалдар ҡулланыласаҡ. 🔹Ә физика дәрестәрендә механик һәм тулҡынлы күренештәрҙе, электр ҡырҙарын өйрәнеү өсөн материалдар, микроскоптар, шулай уҡ лаборатор һәм практик эштәр өсөн төрлө йыһаздар файҙалы буласаҡ. Быларҙың бөтәһе лә “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Бөтә яҡшы нәмә балаларға” федераль проекты сиктәрендә алынған. “Яңы йыһаздар уҡыусыларға теорияны өйрәнергә генә түгел, тәжрибәләр, эксперименттар үткәрергә, тикшеренеү һәләттәрен, ижади фекерләүҙе һәм предметтарға ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтерергә ярҙам итәсәк”. – Наталья Кузовова, Дәүләкән районы мәғариф бүлеге начальнигы. Фото: Дәүләкән район хакимиәте. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

