Йәйге миҙгел башланғаны бирле Башҡортостанда 112 системаһы белгестәре урман-ҡырҙарҙа а... — 28 августа 2026 г. в 09:15:27.050
Йәйге миҙгел башланғаны бирле Башҡортостанда 112 системаһы белгестәре урман-ҡырҙарҙа аҙашҡан кешеләрҙән 98 хәбәр алған. Улар 149 кешене ҡотҡарған, шуларҙың 27-һе – балалар. Урмандарҙа туристар һәм сәйәхәтселәр ҙә аҙаша, еләк-емеш, бәшмәк йыйыусылар ҙа юлды юғалта. Хәүефһеҙлек маҡсатында ҡотҡарыусылар кәңәш итә: 🔹сығыр алдынан телефоныңа тулы заряд йый, тышҡы аккумулятор алыу ҙа ҡамасау булмаҫ; 🔹өйҙәгеләргә, яҡындарыңа йә күршеләргә ҡайҙа киткәнеңде, ҡасан ҡайтырыңды белдереү зарур; 🔹кейемең сағыу төҫтә, яҡтылыҡ сағылдырыу элементлы булһын, камуфляж иһә кешене эҙләүселәрҙән йәшерә; 🔹үҙең менән компас, һыҙғыртҡыс, еүешләнмәҫлек итеп төрөлгән шырпы, запас һыу һәм аҙыҡ, дарыуҙарыңды алырға кәрәк; 🔹селтәр булмау осрағына урын-ерҙең офлайн-картаһын һалып ал; 🔹аҙашҡан осраҡта 112 номерына шылтырат, ҡайҙан шылтыратһаң, шул урындан китмә, усаҡ яҡ һәм ярҙам көт. Балалар, әлбиттә, урман яҡтарына өлкәндәргә эйәреп кенә барыу мөмкин икәнен белә. Өлкәндәр менән йөрөһәң дә, үрҙәге кәңәштәрҙе белергә һәм үтәргә кәрәк. Фото: Ксения Калинина / Башинформ. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

