Иртәгә 8 сентябрҙә илдә Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан... — 7 сентября 2026 г. в 16:10:58.714
Иртәгә 8 сентябрҙә илдә Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан ил халыҡтары телдәрендә Бөтә Рәсәй диктанты үткәрелә. 21 телдә үтәсәк диктантты Рәсәй халыҡтары йорто Рувики интернет-энциклопедияһы, РФА Тел белеме институты һәм “Тоталь диктант” фонды булышлығында үткәрә. Диктант Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала, ә текст мәшһүр авар шағиры Рәсүл Ғамзатов әҫәрҙәре өҙөктәренән тора. Диктанттың сайты – https://dictant.ruwiki.ru/ Ҡатнашыу өсөн унда теркәлергә, диктанттың телен һайларға, аудиотексты тыңлап диктантты яҙырға кәрәк, тамамлағас та сертификат алырға була. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

