Балаларға тауарҙар хәүефһеҙлегенә арналған Бөтә Рәсәй балалар һүрәте конкурсында ҡатна... — 7 сентября 2026 г. в 15:52:12.104
Балаларға тауарҙар хәүефһеҙлегенә арналған Бөтә Рәсәй балалар һүрәте конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Конкурс эштәрен Милли сифат институты ҡабул итә. 🎨Рәсәйҙең бәләкәй рәссамдарының быйылғы ижади марафоны «Хәүефһеҙ тауарҙар. Үҙ-үҙенә ышанған ҡулланыусылар» девизы аҫтында үтә. 🎨Конкурс 4–14 йәшлек балаларҙың ижад аша сифатлы тауарҙар һайлап өйрәнеүенә, ҡулланыусы булараҡ хоҡуҡтарын белеүенә һәм яуаплылыҡ мәҙәниәтен үҙләштереүенә булышлыҡ итә. Ҡатнашыусылар һүрәттәрҙә аҙыҡ-түлектән башлап уйынсыҡтарға тиклем көндәлек тормошта хәүефһеҙлекте күрһәтергә тейеш. 🎨Конкурс эштәре 1 сентябрҙән 15 октябргә тиклем ҡабул ителә. Йомғаҡлау һәм наградалар тапшырыу: 2026 йылдың 12 ноябре. Һүрәттәр теләгән бер техникала (акварель, гуашь, ҡәләм, фломастер йә ҡатнаш) эшләнелә ала, форматы А3-тән артмаһын. Бер ҡатнашыусынан бер генә эш ҡабул ителә. 🎨Ҡатнашыу өсөн ғаризаны һәм һүрәттең фотоһын йә скан-күсермәһен электрон почтаға ебәрергә: info@doverie-potrebitelei.ru 🎨Эш беркетелгән хатҡа авторҙыңфамилияһы, исеме һәм атаһының исеме; баланың йәше; эштең атамаһы яҙыла. Шарттар, талаптар конкурстың Положениеһында яҙылған: https://национальный-конкурс.рф/shablondlyaformspromoaktsiey/ Тулыраҡ – сайтта: https://amanat.su/news/konkurstar/2026-09-07/ya-shy-tauar-y-tanyr-a-yr-n-m-bash-alar-y-la-yr-t-4805277 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

