МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ — 7 сентября 2026 г. в 14:59:10.440
МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ Мин – ҒӘЛӘМОВА Илина, Ауырғазы районындағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһының 1-се синыф уҡыусыһымын. Һеҙгә беренсе уҡытыусым менән нисек танышыуым тураһында һөйләп үткем килә. Беренсе сентябрь… Йәйҙең үҙ урынын көҙгә биргән, ә хәстәрһеҙ бала саҡтың яңы асыштар көтөүенә күскән көнө. Был көн хәтеремә мәңгелеккә уйылып ҡалды, шулай уҡ мине белем иленә етәкләп алып инеүсе кешенең — беренсе уҡытыусым Розалия Әхмәт ҡыҙының образы ла. Күңелемде тулҡынландырған дуҫлыҡты, яңы дәреслектәрҙең еҫен әле лә хәтерләйем. Барыһы ла шундай яңы, ҙур һәм бер аҙ ҡурҡыныс булып тойолдо. Ләкин синыф бүлммәһенә инеү менән ҡурҡыу юҡҡа сыҡты. Яҡты, йылы, сағыу һүрәттәр һәм балаларҙың ҡул эштәре менән биҙәлгән кабинет шунда уҡ үҙенә йәлеп итте. Һәм бына ул — беҙҙең беренсе уҡытыусыбыҙ, уның изге йылмайыуы һәм наҙлы ҡарашы. Тауышы, бишек йыры кеүек, йомшаҡ һәм дәртләндереүсән яңғырап, беренсе синыф уҡыусыларының тулҡынланған йөрәктәрен тынысландырҙы. Ул көндө беренсе ҡыңғырау шылтыраны. Һәм беҙҙең — бәләкәй һәм оялсан балаларҙың — янында ул ине: беҙҙең тоғро юл күрһәтеүсебеҙ, теләһә ниндәй мәлдә ярҙам итергә әҙер торған беренсе уҡытыусыбыҙ. Конкурсҡа һылтанма: vk.ru/wall-41010454_70403 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

