5–7 октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса онлайн-олимпиада үтәсәк. Унда ҡатнашыусы...
5–7 октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса онлайн-олимпиада үтәсәк. Унда ҡатнашыусылар белемдәрен тикшерә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең үҙенсәлектәре менән яҡынданыраҡ таныша. Ҡатнашыусығы сертификат бирелә. 🔹Проектты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы менән «Мираҫ» йәштәр башланғыстарын яҡлау фонды ойоштора. 🔹Онлайн-тест форматындағы һорауҙар өс кимәлдә тәҡдим ителә: Башланғыс кимәл – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн; Иркен аралашыусылар кимәле – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн; Башҡорт теленең диалекттары – телебеҙ диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн. 🔹Тест үтеү өсөн 45 минут бирелә. Иң юғары һөҙөмтә — 100 балл. Олимпиаданан һуң йыйған балдар күрһәтелгән сертификат бирелә. 🔹Олимпиадала ҡатнашыусыларға методик ярҙам күрһәтеү өсөн махсус комплекс әҙерләнгән. 🔹Быйыл ҡатнашыусылар олимпиаданың өс кимәлен дә үтеү мөмкинлегенә эйә: һәр кем бер юлы бер нисә кимәлде һайлай ала. 🔹Олимпиада уҡыусылар, студенттар һәм өлкәндәргә үҙ белемдәрен тикшереү, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең яңы яҡтарын асыу һәм милләтебеҙҙең мәҙәни һәм әҙәби мираҫына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу мөмкинлеген бирә. 🔹Олимпиада онлайн форматта үтә, шуға күрә унда донъяның бөтә еренән теләгән бер ҡатнаша ала. 🔹Ҡатнашыу өсөн олимпиада сайтында https://basholimpiada.ru/ теркәлергә кәрәк. Теркәлгәндән һуң ҡатнашыусыға һайланған кимәл буйынса һорауҙар асыла.