Билдәле йырсы Хәсән Усмановҡа Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелгәненә Республика...
Билдәле йырсы Хәсән Усмановҡа Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелгәненә Республика инженерлыҡ лицей-интернаты уҡыусылары бигерәк тә ныҡ шатланды. Ни өсөнмө? Хәсән Хажиәхмәт улы – РИЛИ педагогы. Ул лицей-интернатта музыка дәресе дәресе уҡытыусыһы һәм өҫтәмә белем биреү педагогы булараҡ уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған. Байтаҡ йылдар инде ул балаларҙы һоҡланғыс сәнғәт донъяһы, музыка һәм туған мәҙәниәт менән таныштыра. Уның уҡыусылары Бөтә Рәсәй ижади конкурстарында еңеүҙәр һәм призлы урындар яулай. Социаль селтәрҙәрҙәге поста РИЛИ-сылар Хәсән Усмановты юғары исем бирелеүе менән ҡотлай, үҙ эшенең оҫтаһы – артист, педагог һәм остаз тип маҡтай, ғорурлана. Тәрбиәләнеүселәре һәм хеҙмәттәштәре уға ижади уңыштар, илһам, рәхмәтле уҡыусылар һәм музыкаға, сәнғәткә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен теләй. Видео: РИЛИ, 1 сентябрь, Белем көнө. Хәсән Усманов сығышы. https://vkvideo.ru/video-225128389_456239208 “Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb